-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 18:26

Грант отоп, файҙаһын күрәләр

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ҙур ярҙам күрһәтә. Дүртөйлөлә 2020 йылда был өлкәгә 13 кеше йәлеп ителгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ҙур ярҙам күрһәтә. Дүртөйлөлә 2020 йылда был өлкәгә 13 кеше йәлеп ителгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белдереүенсә, берәүҙәр агробизнес менән шөғөлләнеп, крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырһа, икенселәр ауыл хужалығы предприятиеларына эшкә урынлашҡан.
Фермер Салауат Хәбиров мал үрсетеү буйынса эш асыуға 4 миллион һум грант алған. Зимфира Төхбәтуллина, “Агростартап” конкурсында ҡатнашып, фермер хужалығын үҫтереүгә 4,5 миллион һумлыҡ ярҙам алған.
Был тәңгәлдә эштәр дауам итә. Аграрийҙар һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә теләгәндәр район хакимиәте үткәргән “Эшҡыуар сәғәттәрендә” ҡатнаша.
Фото – Дүртөйлө район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: