+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 09:40

Тимер юл аша Зинин ауылында үткәүел

Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Зинин ауылында юл айырсаһы төҙөү проекты ике этаптан тора.

Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Зинин ауылында юл айырсаһы төҙөү проекты ике этаптан тора.
Тәүҙә М-5 “Урал” автомобиль юлындағы транспорт айырсаһын Мәсет биҫтәһе тапҡырында Нуғай шоссеһына тоташтырыу планлаштырыла. Тимер юл аша үткән үткәүелдең оҙонлоғо – 106,43 метр, унда хәрәкәт өсөн дүрт һыҙат ҡаралған. Автомобиль юлы участкаһының оҙонлоғо – 1,85 километр.
Эштең икенсе этабы Нуғай шоссеһын Парк һәм Сауҡалыҡ урамдары киҫелешенә тиклем реконструкциялауҙан тора. Был юл участкаһы 1,78 километрға һуҙыла, хәрәкәт өсөн дүрт һыҙат булдырыла.
Төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә финанслана. 1-се этап өсөн сығымдар 1 млрд 416,6 млн. һум тәшкил итәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: