0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 11:51

Таш- ҡатын

Башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова үҙенең яңы китабының исем туйын үткәрә. Шиғырҙар шәлкеме һәм бер поэма ингән йыйынтыҡ ике телдә- башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. “Таш-ҡатын” тип аталған китаптың исем туйы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында үтәсәк.

Зөлфиә Ханнанова- башҡорт поэзияһының һәләтле йондоҙо. Уның шиғырҙары үҙенең көсө, тамырлы, ерле һәм рухлы булыуы менән айырылып тора. Башҡорт ҡаатын- ҡыҙы исеменән шиғыр телендә көслө сығыш яһаған әҙибәнең һәр бер китабы уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.
“Таш –ҡатын” йыйынтығына шағирәнең фәлсәфәүи һәм күңел шғырҙары ингән. Унда халыҡ яҙмышы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге, уйланыуҙар, үҙ- үҙенә мөрәжәғәт, тормош асылы хаҡындағы фекерҙәре ярылып ята.
Китаптың йөкмәткеһенә ингән шиғырҙар ике телдә яҙылған. Зөлфиә Ханнанова ижадын Сергей Янаки, Светлана Чураева, Татьяна Вострикова, Станислав Шалухин, Азамат Буранбаев, Лина Солтанова тәржемә иткән.
Исем туйы “Беҙ үҙебеҙ –башҡорттар” тигән сара сиктәрендә үҙасаҡ. Ул 18 мартта, китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү залында, 15 сәғәттә башлана. Сара онлайн- режимда ла күрһәтелә.
Китаптың исем туйында Башҡортостан яҙыусыларынан тыш, Ҡаҙағстан, Ингушетия, Дағстан, Беларусь республикаһынан әҙиптәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: