+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 11:57

Хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттырырға уйлайҙар

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу осоронда ҡатырға етештереү ойошмаһы хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттырырға ниәтләй. Был хакта БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу осоронда ҡатырға етештереү ойошмаһы хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттырырға ниәтләй. Был хакта БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Добрый картон” предприятиеһында һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индереү осоронда эш барышы ваҡытын – 5 тапҡырға, тамамланмаған етештереү күләмен ике тапҡырға кәметеү планлаштырыла.
БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостандан 106 предприятие йәлеп ителгән. “Добрый картон” ойошмаһы гофрировкалы ҡағыҙ, ҡатырға һәм ҡатырға һауыттар етештерә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: