Хажиәхмәт Ишбулатов- башҡорттар араһынан сыҡҡан күренекле хәрби, ауыр йылдарҙа башҡорт ғәскәрен етәкләгән ҡыйыу шәхес. Сығышы менән хәҙерге Благовар районы вәкиле булған генерал- лейтенанттың ошо көндәрҙә 170 йәше. Генералдың тормош һәм хеҙмәт юлы тарихсылар тарафынан ентекле өйрәнелгән. Шулай уҡ республикала уның вариҫтары ла йәшәй. Данлыҡлы шәхесте хәтергә алған көндәрҙә Хажиәхмәт Ишбулатовтың Мәскәүҙә тағы бер бүләсәре табылған.
Хажиәхмәт Ишбулатов 1866 йылдарҙа Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Хәрби хеҙмәтен Өфөләге батальон суды рәйесе булып башлай, һуңынан Ырымбурға күсә. 1878 йылда штабс-капитан дәрәжәһенә күтәрелә. Ул Брест- Литовск ҡалаһында хеҙмәт итә, унан Ковелдә полк менән етәкселек итә. 1908 йылда генерал- майор дәрәжәһендә отставкаға сыға.
Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғас, Хажиәхмәт Ишбулатов үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә бара. 1917 йылда ул Бәләбәй ҡалаһындағы гарнизондың етәксеһе була, унан Ҡаҙан ҡалаһындағы мосолман уҡсылар бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1918 йылда бригада тарҡатылғас тыуған яғына ҡайтып килә. Шул осорҙа Башҡорт хөкүмәте үҙенең ғәскәрен туплай башлай. Башҡорт хәрби советы бөтә батша армияһы хәрбиҙәренә лә телеграмма һуға.
Ишбулатов башҡорт ғәскәренә етәкселек итергә ризалыҡ бирә.Ләкин илдәге сәйәси боролоштар генерал- лейтенант етәкселек иткән ғәскәрҙе тарҡата, бөтә башҡорт корпустары генерал Ишбулатов етәкселегендәге беренсе башҡорт уҡсылар дивизияһына берләшә.
Хажиәхмт Ишбулатовтың улдары ла Башҡорт республикаһының дәүләт органдарында хеҙмәт итә. Генерал- лейтант 1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Генералға 170 йыл тулған көндәрҙә баҫма хәбәрселәре уның вариҫы Ирина Ишбулатова менән бәйләнешкә сыҡты.
-Мин олатайым Хажиәхмәт Ишбулатовтың бүләсәрен таптым. Уның тамыры генералдың Рөстәм тигән улынан киткән. Рөстәм Ишбулатовты, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән хәрбиҙе, 1938 йылғы золом ваҡытында, генералдың улы булғаны өсөн аталар. Шул мәлдәрҙә уның улы тыуа. Беҙ был турала белмәй инек. Ошо балаға әсәһе ҡурҡып үгәй атаһының фамилияһын бирә. Ул ғүмере буйы сит фамилия менән йәшәй. Хәҙер күптән вафат инде. Бына шуның ҡыҙы табылды. Ошо туғаным менән Мәскәүгә барып осрашырға теләйем.