-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2021, 09:50
Өфөлә торбаларҙы ремонтлағанда ике кешенең баш һөйәге табылған
Өфөлә Матбуғат йорто янында эшселәр көтөлмәгән «табыш»ҡа юлыҡҡан.
Өфөлә Матбуғат йорто янында эшселәр көтөлмәгән «табыш»ҡа юлыҡҡан.
«Уфимский фейсбук» тelegram-каналы хәбәр итеүенсә, торбаларҙы ремонтлау менән шөғөлләнгән ирҙәр ерҙә ике кешенең баш һөйәген тапҡан. Уларҙы ҡасан табыуҙары тураһында хәбәр ителмәй.
Билдәле булыуынса, элек был урында Ново-Иваново зыяраты урынлашҡан булған.
mozaika.ufa-lib.ru
сайты мәғлүмәттәре буйынса, ул уҙған быуат башында ҡала биләмәһенән ситтә барлыҡҡа килгән. Өфөләге билдәле ғаиләләрҙең бик күп вәкилдәре ошонда ерләнгән.
1960 йылдарҙа ҡәберлек ябылған, ә мәйеттәрҙең ҡайһы берҙәре икенсе ергә күмелгән. Элекке зыярат биләмәһендә хәҙер завод корпустары, күңел асыу комплексы, Йәштәр һарайы һәм Еңеүҙең 50 йыллығы скверы тора.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"