Ҡот осҡос аварияла бер йәшлек бала һәм ике ҡатын –ҡыҙ зыян күргән. Улар "Камаз" автомашинаһы менән бәрелешкән. Руль артында ултырған 42 йәшлек ҡатын, уның 29 йәшлек туғаны һәм сабый төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән.
Ваҡиға республиканың Яңауыл районы биләмәләрендә теркәлгән. Нефтекама- Яңыуыл трассаһында сит маркалы еңел автомобиль һәм "Камаз! бәрелешә. Еңел машинаның өс пассажиры ла зыян күрә. Уларға ашығыс ярҙам кәрәк була.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шул урында юлдарға боҙлауыҡ һалыныуын асыҡлай.
Юлдың ошо участкаһы өсөн яуап биргән идаралыҡтың етәксеһенә ҡарата административ тикшереү буласаҡ.