+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 09:35

Юлдарҙың хәүефһеҙлеге өсөн

2021 йылда Р-240 автотрассаһы үткән барлыҡ ауылдар ҙа яҡтыртыласаҡ.

2021 йылда Р-240 автотрассаһы үткән барлыҡ ауылдар ҙа яҡтыртыласаҡ.
Бының өсөн “Приуралье” федераль юл идаралығы 167 километр кабель линияһы һуҙған, фонарҙар ҡуйыу өсөн 5 мең бағана ултыртҡан.
2020 йылда юлдың 16 – 26 саҡрымдарында, Булгаков ауылына тиклем, эш бик әүҙем атҡарылып сыҡҡайны. Быйыл иһә Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем участка тотошлай яҡтыртыла, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы, Николаевский, Ергән, Ольховка, Асҡар, Иҫке Мораптал, Яңы Мораптал ауылдары тапҡырҙары, тимер юл үткәүелдәре һәм күперҙәр төндә йөрөү өсөн ҡулай һәм хәүефһеҙ буласаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: