+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 15:03

Урманда янғын булмаһын өсөн һәр кем яуаплы

Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан алып “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Был проект буйынса алынған техника ҡатмарлы 2020 йылда ла урман янғындарынан килгән зыянды төбәк проекты ҡуйған һандан – 18 миллион һумдан арттырмауға булышлыҡ итте, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан алып “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Был проект буйынса алынған техника ҡатмарлы 2020 йылда ла урман янғындарынан килгән зыянды төбәк проекты ҡуйған һандан – 18 миллион һумдан арттырмауға булышлыҡ итте, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2021 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә БР Урман хужалығы министрлығы алдында урман янғындарынан килгән зыянды 17,3 миллион һумдан арттырмау бурысы тора. Ошо маҡсатта министрлыҡ ведомство ойошмалары, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө урман техник техникумы һәм Республика балалар экология-биология үҙәге менән берлектә урман янғыны хәүефен кәметеү өсөн саралар ойоштора.
Күптән түгел Өфө урман техник техникумы студенттары БР Урман янғыны үҙәгенә һәм 3-сө типлы Өфө урман янғыны станцияһына барҙы. Урман янғыны станцияһы етәксеһе Айҙар Мортазин станция эше менән таныштырҙы, йыһаздарҙы, техниканы күрһәтте. Урман янғыны үҙәгенең осоусы-күҙәтеүсеһе Урал Риянов урмандарҙа янғын хәүефенә авиацион мониторинг үткәреү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
1 марттан Рәсәйҙә “Янғынды туҡтат!” янғынға ҡаршы федераль мәғлүмәт кампанияһы бара.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: