+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 13:15

Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы бара

Республикала бер юлы “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы- 2021” төбәк-ара бәйгеһе бара. Бөгөн, 16 мартта, туған телдәрҙән белем биргән уҡытыусылар өсөн конкурстың иң сағыу өлөшө- ”Милли кейем өлгөләренең исем туйы” уҙғарыла. Сараны онлайн режимда күҙәтергә була.

Талаптар буйынса исем туйында ҡатнашҡан педагогтар кейем өлгөләрен йә иһә уның бер детален оригинал итеп һүрәтләргә,уны педагогик эшмәкәрлектә ҡулланыу мөмкинлектәрен дә асырға тейеш.
Сығыш яһаусы,яңылыҡ индереү,сағыу сығыш, этномәҙән үҙенсәлек, милли кейемдәрҙең үҙенсәлеген белеү, күрһәтелгән тәжрибәнең методик ҡиммәте йәһәтенән баһаланасаҡ.
Уҡытыусыларҙың сығыштарын онлайн режимда күҙәтеп барырға мөмкин. Унан күренеүенсә, педагогтарҙың һәр береһе баһалама ағзалары алдына үҙенең ырыуына ҡараған йәки исем туйында күрһәтергә тейешле милли кейемдәрҙә сыҡты.
Мәҫәлән Салауат ҡалаһынан килгән уҡытыусы үҙе килен булып төшкән ырыуҙың йолалары хаҡында һөйләне. Уны ул ҡатын- ҡыҙҙарҙың милли кейеменә бәйләп аңлатты. Был сығыш мәктәптәрҙә дәрес өлгөһө итеп алынһа, ул уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр ине тигән фекер ҡалдыра.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: