Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йылдың ғинуарында 192,9 миллион доллар тәшкил иткән. Был 2020 йыл күрһәткесенән 5,3 процентҡа юғары. Экспорт 12,8 процентҡа артҡан һәм 155,7 миллион доллар тәшкил иткән. Импорт 17,6 процентҡа кәмегән һәм 37,2 миллион доллар тәшкил иткән. Волга буйы таможня идаралығы ошондай һандар килтерә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева билдәләүенсә, Башҡортостан экспортерҙарға өс төрлө субсидия (сит илгә тауар алып сығыуға, халыҡ-ара сертификат алыуға субсидия һәм “экспорт кешбегы”) индерелгән берҙән-бер төбәк булып тора.
Башҡортостандың контрагент илдәре араһында тәүге унауға 2021 йылдың ғинуарында Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Төркиә, Үзбәкстан, Литва, Әзербайжан, Греция, Нидерланд, Иран ингән. Был илдәр менән сауҙа әйләнеше 144 миллион доллар тәшкил иткән.
Был айҙа экспортҡа нигеҙҙә машина төҙөү продукцияһы (30,6%), яғыулыҡ-энергетика тауарҙары (21,7%), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (19,6%), аҙыҡ-түлек һәм сеймал (11,6%), металл һәм унан эшләнгән әйберҙәр (7,1%), ағас һәм унан эшләнгән әйберҙәр (5,8%) ебәрелгән.
Экспортҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү программалары төбәктә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.