+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 16:26

Һаман еңелергә теләмәй

Донъяла коронавирус пандемияһы башланыуға йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы. Сир сигенә башлаһа ла, һаман еңелергә теләмәй.Республикабыҙҙа 16 мартҡа ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 30 679. Бер тәүлектә ауырыуҙар 120-гә күбәйгән.

Донъяла коронавирус пандемияһы башланыуға йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы. Сир сигенә башлаһа ла, һаман еңелергә теләмәй. Республикабыҙҙа 16 мартҡа ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 30 679. Бер тәүлектә ауырыуҙар 120-гә күбәйгән.
Бөгөнгө көндә стационарҙа ятыусылар – 301. 27-һенең хәле ауыр, етәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 067.
Кисәле-бөгөнлө, инфекцияны еңеп, 125 кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар йәмғеһе – 24 992.
Үкенескә күрә, уҙған тәүлектә республикала йәнә ике ауырыу коронавирустан вафат булған. Афәт ҡорбандары 319-ға етте.
Үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр аҙаҡҡы 24 сәғәттә 89-ға артҡан, унан сәләмәтләнеүселәр – 112.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: