-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 10:00

“Алға” әйҙәй алға

“Башҡортостан социаль карталар регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, республикала бөгөнгө көнгә ҡарата бер миллион самаһы “Алға” берҙәм транспорт картаһы сығарылған.

“Башҡортостан социаль карталар регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, республикала бөгөнгө көнгә ҡарата бер миллион самаһы “Алға” берҙәм транспорт картаһы сығарылған.
Йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ түләүҙәрҙең 50 процент самаһы “Алға” картаһына тура килә. 2019 йылдың июлендә ғәмәлгә ингән “Бәхетле сәғәт” эсендә республикала 2,9 миллион пассажир, икенсе траспортҡа күсеп ултырып, бушлай йөрөгән. Ошо рәүешле, дөйөм алғанда, 56 миллион һум кешеләрҙең үҙ янында ҡалған.
Республикала ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһына пассажир хеҙмәте күрһәтеүсе 72 ойошма ҡушылған, тағы 27 ғариза ҡаралыу өҫтөндә икән.
Киләсәктә “Алға” картаһы ярҙамында театр, музей, концерт залдарына барғанда, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә лә ташламалар алып буласаҡ тип күҙаллана.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: