Уның билдәләүенсә, ташҡындың кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Ләкин яҙ һыуының иң юғары нөктәне үткән осорҙа дала һәм тау йылғалары янында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал.
Төбәктә һалҡын һауа торошо март аҙағына тиклем һаҡлана, башланған аҙнаның аҙағында бер аҙ йылыта. Аҙаҡ теромометр бағанаһының кире -5,-10 градус һалҡын күрһәтеүе мөмкин, көндөҙ иһә ҡояш нурҙары аҫтында +2,-3 градус була, тип күҙаллай Башгидрометүҙәк етәксеһе.