Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте, ял көндәрендә юлдарҙа ҙур тикшереү үтә, тип алдан хәбәр иткәйне.
Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, 400 автомашина тикшерелгән, 86 осраҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу кисектерелгән. Рейд барышында иҫерек килеш руль артына ултырған 10 водитель тотолған.
ЮХХДИ юлдарҙа ипле булырға, ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа, эскән килеш машина йөрөтмәҫкә саҡыра. Бындай рейдтар дауам итәсәк, тип белдерә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте.