15 мартҡа ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 30 559 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 125 яңы сырхау асыҡланды, тип хәбәр итә Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Мәкерле вирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 24 867, шуларҙың 71-е үткән тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Стационарҙа ятыусылар – 267, егермеһенең хәле ауыр, унауһы – яһалма һулыш аппаратында. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 5 108.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала коронавирус ҡорбандары артып, 317-гә етте, уҙған тәүлектә афәт тағы ике ғүмерҙе алып киткән.
Дауахананан тыш пневмония хаҡында һуңғы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө сир 87 ауырыуҙа билдәле булған, 91 кеше унан сәләмәтләнгән.
Республикала коронавирустан күмәк вакцинация дауам итә. 15 март мәғлүмәттәре буйынса, вакцинаның тәүге компонентын 111 мең кеше яһатһа, икенсе компонентын эшләтеүселәр – 65 мең.