+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2021, 11:12

"Республика" БЛОГ-ТУР проекты тормошҡа ашырыла

Уҙған ял көндәрендә республика блогерҙары Ғәзиз Әлмәхәмәтов исемендәге республика интернат- гимназияһы һәм башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының берлектәге проектында ҡатнашты. "Республика" БЛОГ- ТУР тип аталған программа Башҡортостандың йәш блогерҙары өсөн туристик, экскурсион сәйәхәтте күҙ уңында тота. Улар республиканың иҫтәлекле урындарына турға бара һәм үҙҙәренең сәхифәһендә улар хаҡында һөйләй.

Уҙған ял көндәрендә республика блогерҙары Ғәзиз Әлмәхәмәтов исемендәге республика интернат- гимназияһы һәм башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының берлектәге проектында ҡатнашты. "Республика" БЛОГ- ТУР тип аталған программа Башҡортостандың йәш блогерҙары өсөн туристик, экскурсион сәйәхәтте күҙ уңында тота. Блогерҙар республиканың иҫтәлекле урындарына турға бара һәм үҙҙәренең сәхифәһендә улар хаҡында һөйләй.
Тәүге сәйәхәттә команда Нуриман районында булды. Социаль селтәрҙәрҙә билдәле блогерҙар булып киткән Рәсүл Капризный, Булат Иманғолов, Алина Ғәлиева, Турбонәнәйкә, Салауат Зәйнетдинов һәм башҡа йәштәр ошо проектта ҡатнашты. Уларҙың маршрутын социаль селтәрҙәрҙән күҙәтергә мөмкин: Павловка һыуһаҡлағысы, “Красный ключ” сығанағы, Саруа күле, Яңыкүл ауылы. Экскурсиялар араһында блогерҙар алдында тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһаны.
Яңыкүл ауылында блогерҙары “Күлдәр иле” фольклор ансамбленең йырҙары, сәк-сәк һәм ҡайнар сәй менән ҡаршы алдылар.
Был проектты ойоштороусылар билдәләүенсә, йыл дауамында ошондай турҙар буласаҡ. Ә блогерҙар үҙ сиратында Башҡортостандың матур урындарына сәйәхәт ҡылып, милли аштарҙан ауыҙ итеп улар хаҡында социаль селтәрҙәрҙә бәйән итәсәк. Матур сәхифәләр, фотолар, видеолар ярҙамында республиканың туристик йүнәлештәренә реклама яһаласаҡ.
“Республика” БЛОГ-ТУР проекты- Башҡортостандың тәүләт телдәре һәм халыҡтары телдәрен яҡлау һәм үҫтереү грантына тормошҡа ашырыла.
Блогерҙарға һылтанма.
https://www.instagram.com/p/CMZnRKDDrAs/
https://www.instagram.com/p/CMXpYUACrj-/
https://www.instagram.com/p/CMXKW7sjARX/
https://www.instagram.com/p/CMXToEeDne6/
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: