+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2021, 09:00

Наина Ельцинаны ҡотланы

Кисә Рәсәй Федерацияһының тәүге Президенты Борис Ельциндың тормош иптәше Наина Ельцинаға 89 йәш тулды.

Кисә Рәсәй Федерацияһының тәүге Президенты Борис Ельциндың тормош иптәше Наина Ельцинаға 89 йәш тулды.
Уны тыуған көнө айҡанлы ил башлығы Владимир Путин ҡотланы. Телеграмма Кремелдең сайтында бирелгән.
Наина Иосифовна Ельцина (Гирина) 1932 йылда Ырымбур өлкәһендә тыуған. Свердловскиҙағы Киров исемендәге Урал политехник институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай. Шунда Борис Ельцин менән таныша һәм 1956 йылда уға кейәүгә сыға.
Елена (1957) һәм Татьяна (1960) ҡыҙҙары, 6 ейән-ейәнсәре, 3 бүлә-бүләсәре бар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: