+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2021, 14:59

Өфө аэропортына килеүселәрҙе ковидҡа тикшерә башлайҙар

Өфө аэропортына килеп төшөүселәрҙе коронавирусҡа тикшерә башлаясаҡтар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә шундай күрһәтмә бирҙе.

Өфө аэропортына килеп төшөүселәрҙе коронавирусҡа тикшерә башлаясаҡтар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә шундай күрһәтмә бирҙе. Тикшереү һайлап уҙғарыласаҡ.
“Беҙ инфекцияның сигенеүен күрәбеҙ, ләкин күңелдә хәүеф бар. Илебеҙ тирәләй хәл бик ҡатмарлы. Күп илдәр яңынан карантинға ябыла. Ҡайһы бер күрше төбәктәрҙә көн һайын 200-300 ауырыу теркәлә. Мине коронавирустан үлем осраҡтарының кәмемәүе борсой. Рәсәйҙә ауырыу йоҡтороусылар һаны өс тапҡырға кәмеһә лә, үлем осраҡтары ярайһы уҡ юғары”, – тине Радий Хәбиров.
Фото Өфө аэропортының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: