+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2021, 15:10

Бүздәк соусын яратаһығыҙмы?

“Пищепром”акционер йәмғиәте (Бүздәк консерва комбинаты) – Волга яны, Урал һәм Себер төбәктәрендә йәшелсә-емеш консервалау буйынса иң ҙур етештереүселәрҙең береһе. 35 йылдан ашыу эшләгән предприятие ай һайын мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек етештерә һәм һата, көн һайын 80 төрлө продукция сифат күҙәтеүе үтә. Аҙыҡ-түлек Рәсәйҙең күп төбәктәренә оҙатыла.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Пищепром”акционер йәмғиәте (Бүздәк консерва комбинаты) – Волга яны, Урал һәм Себер төбәктәрендә йәшелсә-емеш консервалау буйынса иң ҙур етештереүселәрҙең береһе. 35 йылдан ашыу эшләгән предприятие ай һайын мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек етештерә һәм һата, көн һайын 80 төрлө продукция сифат күҙәтеүе үтә. Аҙыҡ-түлек Рәсәйҙең күп төбәктәренә оҙатыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү буйынса агентлығының Төбәк гарантия фонды “Пищепром” ойошмаһына (Бүздәк консерва комбинаты) поручителлек биргән. Дәүләт ярҙамы менән ойошма 26 миллион һумлыҡ кредит алған. Ул әйләнештәге аҡсаларҙы тултырыуға йүнәлтелгән.
2018 йылдан алып “Пищепром”акционер йәмғиәте етештереү ҡеүәтен арттыра һәм техник модернизация үткәрә башлай. Был ассортиментты арттырырға ярҙам итә. Әле бында 220 кеше эшләй. продукция эре сауҙа селтәрҙәре аша һатыла.
Гарантия фонды “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һмә шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам күрһәтә. Дәүләттең поручителлеге ярҙамында эшҡыуарҙар залогҡа үҙенең аҡсаһы булмаһа ла, кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Бер тапҡыр бирелгән поручителлектең иң ҙур үлсәме – 25 миллион һум, ул займдың 70 процентына тиклем бирелә. Төбәк гарантия фонды поручителлеге менән кредит алыу өсөн банк-партнерҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип белдерә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Барлыҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға була: www.gf-cmbrb.ru. Телефон: 8 (347) 224-99-99.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: