Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Күмертауға барҙы. Унда етәксе етештереү предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты.
Башлыса Радий Фәрит улының тәүге маршруты яуаплылығы сикләнгән “МПП- Күмертау” йәмғиәте тегеү цехынан башланды. Предприятие BUDI BASA Рәсәй брендының йомшаҡ ҡурсаҡтары өсөн кейем комплекты етештерә. Ул иһә илдәге йомшаҡ ҡурсаҡтар, кейем һәм аксессуарҙар етештереүсе ҡеүәтле компанияларҙың береһенең бәләкәй предприятиеһы.
2019 йылда ошо предприятие Күмертау социаль- иҡтисади үҫеше биләмәләренең резиденты тип иғлан ителгәйне. Былтыр ул ҙур майҙанлы етештереү бинаһы һатып алды. Унда капиталь ремонт эшләнде, тейешле тегеү ҡоромалдары һатып алынды. Пандемия шарттарында ла компания 40 эш урыны булдырған. Киләһе йылдарҙа штатты ике тапҡырға арттырыу күҙ уңында тотола.
Республикала еңел сәнәғәткә ярҙам итеү сиктәрендә был предприятие республика бюджетынан ярҙам алды.
Рәсәйҙә популяр булған йомшаҡ ҡурсаҡтарға аксессуарҙы Күмертауҙа етештереү бик яҡшы күренеш. Был ҡурсаҡтарҙы Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында осратырға мөмкин. Күмертау предприятиеһының быға етди әҙерләнеүе күренеп тора,- тине Республика Башлығы Радий Хәбиров. Күмертауҙа асылған киләһе “Баш- Деним” предприятие балалар һәм үҫмерҙәр өсөн LIGAS маркалы джинса кейем, шулай уҡ төрлө махсус кейемдр тегә. Пандемия шарттарында был компанияла һаҡланыу битлектәре һәм костюмдар да тегелгән.
2020 йылда предприятие ҡуртымға етештереү бүлмәләре, тейешле ҡорамалдар алып 30 яңы эш урыны булдырған. Был проект “Сәнәғәт сәғәте”ндә ярҙам алған.
Башҡортостан Башлығы урындағы эшҡыуар Азамат Юлдыбаев етештергән тирмәләрҙе ҡараны. Унда алты кеше эшләүгә ҡарамаҫтан, улар етештереү ҡеүәтен арттырып килә.Эшҡыуар тирмәләрҙең йәйге һәм ҡышҡы вариантын етештерә, шулай уҡ кәрәк ергә үҙе оҙата, ҡороп бирә, хатта ҡуртымға ла бирә. Үҙенең хеҙмәте өсөн Азамат Юлдыбаев “Йыл эшҡыуары- 2018”исеменә лайыҡ.