+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2021, 16:44

Өфөлә ковидтан вакцинациялау буйынса мобиль пункт асыла

Өфөлә 15 марттан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында (Ленин урамы, 5/1) коронавирустан вакцинациялау буйынса мобиль пункт асыла.

Өфөлә 15 марттан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында (Ленин урамы, 5/1) коронавирустан вакцинациялау буйынса мобиль пункт асыла. Ул, ял көндәренән тыш, 15 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Алдан яҙылыу кәрәкмәй, теләүселәр вакцинаны “йәнле сират” буйынса яһата.
Мобиль пункт бинаһы, шул иҫәптән табип кабинеты, прививка яһау һәм вакцина индергәндән һуң пациенттың хәлен күҙәтеү бүлмәләре санитар закон талаптарына яуап бирә. Ул Гам-КОВИД-Вак вакцинаһын тейешенсә һаҡлау шарттарын күҙәтеү өсөн туңдырғыстар менән тәьмин ителәсәк.
14 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында Масленица байрамы үтәсәк Гагарин паркында ла теләүселәр өсөн күсмә вакцинация ойошторола. Мобиль комплексты балалар дауаханаһы бирә. Өс поликлиника бригадалары сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем һәр ҡайһыһы икешәр сәғәт ҡабул итәсәк. Прививка эшләтергә теләүселәрҙең үҙҙәре менән паспорты, мотлаҡ медицина страховкалауы полисы һәм СНИЛС-ы булырға тейеш.
Вакцинация үтер алдынан табиптар был процедура тураһында тәфсирләп аңлатасаҡ, медицина тикшереүе үткәрәсәк, шуның нигеҙендә прививка яһатырға мөмкин булыу-булмауы билдәләнә.
Препаратты индергәндән һуң тағы ла 30 минут медиктар күҙәтеүе аҫтында ултырып торорға кәрәк. Артабан бөтә мәғлүмәттәр вакцинацияланыусыларҙың федераль регистрына индерелә.
12 март мәғлүмәттәре буйынса, республикала СOVID-19-ға ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын 107 меңдән ашыу кеше алған, икенсе компонентын 59 меңгә яҡын кеше яһатҡан.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: