+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 09:35

Һуңғы секундта – гол

“Салауат Юлаев” Гагарин Кубогы плей-оффы уйындарының беренсе серияһын еңеү менән тамамланы.

“Салауат Юлаев” Гагарин Кубогы плей-оффы уйындарының беренсе серияһын еңеү менән тамамланы.
Кисә команда Силәбенең “Трактор”ы менән бишенсе тапҡыр уйнаны. Алдағы дүрт осрашыу һөҙөмтәһе буйынса 3:1 иҫәбе менән “Салауат Юлаев” алда бара ине.
Бишенсе матч бик көсөргәнешле үтте. Беҙҙең команда, баштан ышаныслы уйнап, ике гол индерҙе. Хартикайнен менән Маннинен уңышҡа өлгәште.
Еңелгән осраҡта плей-оффтан төшөп ҡалыу ҡурҡынысы янаған “Трактор” икенсе периодта көслө һөжүмгә ташланды. Һөҙөмтәлә иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште.
Уйындың һуңғы минуттары “Салауат Юлаев” өҫтөнлөгө менән барҙы. Боҙ хужалары “Трактор”ҙың ҡапҡаһын “алыу” өсөн бер туҡтауһыҙ алға ташланды. Шундай көсөргәнешле мәлдә ҡунаҡтар үҙ ҡапҡаһын урынынан шылдырҙы. Осоп килгән шайба уға теймәй үтеп китте. Судьялар быны тәртипте боҙоу тип баһаланы һәм штраф билдәләне. Буллитты Гранлунд ташланы һәм гол индерҙе. Уйын бөтөүгә 19 секунд ҡалғайны. Шулай итеп, 4:1 иҫәбе менән “Салауат Юлаев” уйындарҙың был серияһында еңде. Алда команданы сирек финал көтә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: