+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 09:19

Республикабыҙҙың аҫыл улдарына һәм ҡыҙҙарына – дәүләт бүләктәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында журналыбыҙ дуҫтары, шулай уҡ ҡәләмдәштәребеҙ булыуы бик ҡыуаныслы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе 59 уңған хеҙмәткәр ордендар, юғары исемдәр, Почет грамоталары менән бүләкләнде. Республика етәксеһе тантанаға саҡырылыусыларға фиҙакәр эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе, уларҙың хеҙмәте һөҙөмтәһенән республикабыҙҙың дөйөм уңыштары хасил булыуын әйтеп үтте.
“Үткән йыл йомғаҡтары бик ҡыуандыра, беҙ инвестицияларҙы үҫтерә алдыҡ, республикала яңы үҫеш нөктәләре: “Алға” айырым иҡтисади зонаһы, донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәк, республика менән идара итеү үҙәге булдырҙыҡ. Беҙ сәнәғәткә һәм кесе бизнесҡа булышлыҡ иттек, торлаҡ сафҡа индереүҙе арттырҙыҡ, рекордлы иген уңышы йыйҙыҡ, меңдәрсә алданған өлөшсөләргә ярҙам иттек, бөтә социаль бурыстарҙы үтәнек. Иң мөһиме – һаулыҡ һаҡлау системаһын һәм йәмғиәтебеҙҙе коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә туплай алдыҡ. 2020 йыл ифрат ауыр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ әле ышаныслы рәүештә алға барабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Юғары дәүләт бүләктәре алыусылар араһында хеҙмәттәштәребеҙ – ғүмерҙәрен матбуғатҡа арнаған билдәле ҡәләм оҫталары булыуы ла бик ҡыуаныслы. Яңыраҡ ҡына 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов – Салауат Юлаев орденына, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Николаевич Голов һәм Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” исеменә лайыҡ булды.
Ә журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, кәңәшселәр ҡоро ағзаһы, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләнде. Республикабыҙҙың аҫыл улдарын һәм ҡыҙҙарын оло наградалары менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: