“Бөгөнгө көндә республика дауаханаларында 262 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 17-һе ауыр хәлдә ҡала, алтауһы – яһалма һулыш аппаратында, табиптар уларҙы ҡотҡарыу өсөн бөтә көсөн һала. 5 083 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана”, – тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Тәүлек эсендә 129 сырхауға COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусылар 30 181 тәшкил итә.
Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 204 кеше, коронавирустан сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Афәтле сирҙе еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 24 526.
Министрлыҡ шулай уҡ яһил вирустан вафат булыусылар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә. Үткән тәүлектә унан донъя ҡуйыусылар икәүгә артҡан, республикала COVID-19-ҙан йәмғеһе 310 ғүмер өҙөлгән.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, кисәле-бөгөнлө унан 138 яҡташыбыҙ һауыҡҡан, шул уҡ ваҡытта үпкәләре ялҡынһынған 145 сырхау асыҡланған.