+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 16:03

Киләсәк өсөн кадрҙар

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары IT, йәғни һанлы технологиялар өлкәһендә белем алған сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыуын күҙәтеүгә аласаҡ. Бөгөнгө көндә IT- белгестәргә булған ҡытлыҡ ошо йүнәлешкә айырым иғтибар талап итә.

Аналитиктарҙың күҙаллауҙарына ҡарағанда, был өлкәләге кадрҙар дефициты- 700 меңдән алып миллион кешегә тиклем.
Һәр бер вуз ошондай һөнәр өсөн урын булдырырға һәм буласаҡ белгестәр әҙерләүҙә актуаль программалар тәҡдим итергә тейеш.Шулай уҡ уҡыу йорттары белгестәрҙең ҡайҙа эшкә урынлашыуын да күҙалларға бурыслы.
Был хаҡта Рәсәй хөкүмәте вице- премьеры Дмитрий Чернышенко “Киләсәк өсөн кадрҙар” тигән кәңәшмәлә белдерҙе.
- Белем биреүҙең төп стандарттарын үҙгәртеү, бөтә йүнәлештәр буйынса һанлы мәғариф модүлен төҙөү- белем биреүҙең киләһе циклына әҙер булырға тейеш. Мин аңлайым был бик амбициоз план. Әммә Рәсәй Президенты бөгөн шундай бурыс йөкмәтә, - тине ул.
Шулай уҡ уҡыу йорттарында һанлы трансформация буйынса проректор вазифаһы барлыҡҡа киләсәк. Был мәсьәләне хәл итеүҙе вице- премьер илдең фән һәм мәғариф министры Валерий Фальковҡа ҡушты
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: