+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 16:57

Фән учреждениеларында үҙгәрештәр

Республика Фәндәр Академияһы үҙгәртеп ҡорола, ә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институты федераль милеккә тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Республика Фәндәр Академияһы үҙгәртеп ҡорола, ә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институты федераль милеккә тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, “Башҡортостан энциклопедияһы” һәм Стратегик тикшеренеүҙәр институты- фән учреждениелары булараҡ “Башҡортостандың социаль-гуманитар тикшеренеүҙәр һәм энциклопедистика” институты итеп үҙгәртелә.
Республика Фәндәр Академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағына бирелә.
Башҡортостан Фәндәр Академияһының президенты Әлфис Ғаязов белдереүенсә, был бик тәбиғи һәм ваҡыт талабы.
-Үҙгәрештәргә әҙерлек эштәре күптән алып барылды. Фәндәр Академияһының эш йөкмәткеһе үҙгәрмәй, ә уның ойоштороу формаһы үҙгәрә. Күҙ ауырыуҙары институты академия аҫтында торһа ла, күптән медицина университеты менән йәнәш бара. Был дөрөҫ ҡарар, сөнки медицина алдында мөһим бурыстар тора. Уны берлектә генә йырып сығырға мөмкин. Башҡа учреждениеларҙағы үҙгәрештәр ҙә заман талабы. Фәндәр Академияһы элекке составта ҡала, ғалимдарҙы яҡлауға бәйле ҡайһы бер моменттар ҙа тулыһынса һаҡлана,- тине ул.
Шулай уҡ Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институтының бөтә филиалдары ла элеккесә эшләйәсәк, республика пациенттарын ҡабул итәсәк. Уларҙың федераль һәм республика финанслауы ла һаҡланасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: