Алексей Анатольевич Касьянов 1975 йылдың 24 майында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1996 йылда Өфөнөң Калинин районы прокуратураһында өлкән тәфтишсе булып башлай. 1997 – 2002 йылдарҙа Өфө прокуратураһында тәфтишсе, һуңынан өлкән тәфтишсе була. 2002 – 2006 йылдарҙа – Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлегендә тәфтишсе, 2004 – 2006 йылдарҙа – ошо бүлектең начальнигы, 2006-2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары, 2007 – 2015 йылдарҙа – Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе, 2015-2016 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаларын биләй.