+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 12:20

Аҡбуҙат күккә ашты

Мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналының хәҙер йыһанда үҙ йондоҙо бар. Баҫма үҙенең 30 йыллыҡ юбилейына шундай үҙенсәлекле бүләк алды.

Мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналының хәҙер йыһанда үҙ йондоҙо бар. Баҫма үҙенең 30 йыллыҡ юбилейына шундай үҙенсәлекле бүләк алды.
Редакцияға тапшырылған сертификатҡа ярашлы, Пегас йондоҙлоғондағы ҙурлығы буйынса ун бишенсе күк есеменә тап килгән йондоҙға Аҡбуҙат исеме бирелгән һәм ул “Күк есемдәренең халыҡ-ара каталогы”на индерелгән.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: “Аҡбуҙат” журналы Милли киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы тарафынан Рәсәйҙең иң яҡшы этник баҫмаларының береһе тип танылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: