Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан үткән ике айҙа аварияларҙа ете баланың ғүмере өҙөлгән.
Улар автомобиль пассажирҙары булған. Февралдә балалар ҡатнашлығындағы 48 юл һәләкәте ваҡиғаһында 29 бала пассажир булараҡ зыян күргән, 19 осраҡта йәйәүле балаға төкөгәндәр. Шуларҙың 12-һе юл аша үтеү өсөн билдәләнгән урында теркәлгән.
Күреүебеҙсә, балалар юл ҡазаһына күпселек осраҡта ололар ғәйебе арҡаһында тарый.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте ололарҙы юлдарҙа яуаплы булырға, балалар ғүмерен һаҡларға саҡыра.