-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 16:39

Өс игеҙәк – өс бәхет!

Республика клиник перинаталь үҙәгендә ҙур шатлыҡ – был дауаханала донъяға килгән өс игеҙәк ата-әсәһе менән өйҙәренә юлланған.

Республика клиник перинаталь үҙәгендә ҙур шатлыҡ – был дауаханала донъяға килгән өс игеҙәк ата-әсәһе менән өйҙәренә юлланған.
Өс игеҙәк – ике ул һәм бер ҡыҙ 26 февралдә операция ярҙамында тыуған. Бәхетле әсәй менән атай – Өфөлә йәшәүсе Альбина һәм Шамил Нуретдиновтар.
Акушер-гинеколог Асҡар Еникеев әйтеүенсә, Альбина табиптар ярҙамында, ҙур сабырлыҡ менән йөклөлөктөң 37-38 аҙнаһына тиклем бәпестәрҙе күкрәк аҫтында йөрөткән. Сабыйҙар һау-сәләмәт, шунда уҡ үҙ аллы тын ала башлағандар. Ике аҙна күҙәтеү аҫтында булғандан һуң, бәләкәстәрҙе һәм уларҙың әсәһен стационарҙан сығаралар.
“Йөклөлөк ваҡытында ла, бәпестәрҙе тапҡас та хәлем яҡшы булды, – ти бер көндә күп балалы әсәйгә әйләнгән Альбина. – Тәүҙә Сәйет донъяға килде, унан – Әмир, артабан Йәсминә ауаз һалды. Тәүге сабыйҙың ауырлығы 2 килограмм 570 грамм, икенсеһенеке – 2 килограмм 210 грамм, өсөнсөһөнөкө – 2 килограмм. Операциянан һуң өс-дүрт сәғәт үткәс үк йүгереп барып, тиҙерәк бәпестәремде күргем килде. Мин сикһеҙ бәхетле, ниһайәт, өйгә ҡайтабыҙ”.
Нуретдиновтар ғаиләһен ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, сабыйҙарының һау-сәләмәт, бәхетле-тәүфиҡле булып үҫеүен теләйбеҙ!
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: