-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 16:05

Республика юғары уҡыу йорттары үҙгәртеүҙе талап итә

Башҡортостан Хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Азат Баҙранов Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация- техник университетын бергә ҡушыуға бәйле уҡыу йортттарының педагогтары менән осрашты.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Азат Баҙранов Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация- техник университетын бергә ҡушыуға бәйле уҡыу йортттарының педагогтары менән осрашты.
Ике уҡыу йортон бергә ҡушыу мәсьәләләре ғинуар айынан алып күтәрелә. Уны ыңғай баһалағандар ҙа, ҡаршы сығыусылар ҙа бар. Был иһә ҡушыуға бәйле педагогтар штатында ҡыҫҡартыуҙар булыу, студенттар һанының кәмеү ихтималлығына бәйле бихисап һорауҙар. Осрашыуҙа вице- премьер Азат Баҙранов билдәләүенсә, ике уҡыу йортон бергә ҡушыу- төп маҡсат түгел. Бында һүҙ системаны, республика юғары уҡыу йорттарын ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу хаҡында бара.
-Вуздарҙы берләштереү өсөн берләштермәйбеҙ. Бынан ун йыл элек ил кимәлендә федераль һәм милли- тикшеренеү университеттары төҙөлә башланы. Ҡыҙғанысҡа, республика ошо процесстарҙа ҡатнашмаған. Яңы кимәлдәге уҡыу йорттары булған төбәктәрҙең конкурентлыҡ һәләте күпкә юғары. Был университеттарҙың айырым статусы өҫтәмә финанслау программаларында ҡатнашыу мөмкинлеген асҡан. Шулай уҡ улар Рәсәйҙең фән һәм мәғариф министрлығының бихисап амбициоз проекттарында ҡатнаша, фәнгә һәм инфроструктураны яҡшыртыуға финанс ярҙам ала алған. Һәм бындай проекттар йылдан йылы арта бара.
Ике уҡыу йортон берләштереү- ул мегагранттарға заявка биреү өсөн берлектәге шарттар тыуҙырыу. Ул миллиард һум тирәһе финанслау алһа, республикала супервуз төҙөү хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Әгәр ҙә ул грантты отмаһалар, БДУ һәм УГАНТУ үҙаллы вуз булып ҡаласаҡт. Өҫтәмә грант аҡсаһы был уҡыу йорттарының матди базаһын нығытыу һәм яңы кадрҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итер ине.
Оҡшаш кафедралары һәм һөнәрҙәре булған факультеттар тик эреләтелә. Ә берләштереү студенттар һанын тағы арттырыуҙы күҙ уңында тота. Берәй ун йылдан ул 100 мең студент менән иҫәпләнер тип көтөлә. Бында ҡыҫҡартыу оптимәлләштереү хаҡында һүҙ бармай. Рәсәй мәғариф министрлығының “Приоритет 2030” проектында мәҫәлән, күп күрһәткестәр урын алған, шул иҫәптән студенттар һанының сифатлы артыуы, фәнни- тикшеренеү күрһәткестәре, фәнде коммерциализациялау һәм башҡалар. Буласаҡ вуздың структураһы нисек буласаҡ, уны хәл итеү БДУ һәм УГАНТУ-ның ғалимдар советына йөкмәтеләсәк.
Ҡушыу өсөн бер-нисә йылдар китәсәк. Бының өсөн республиканың мегагрантҡа биргән заявкаһының еңеүе мөһим,- тине Азат Шамил улы педагогтарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в