-22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 12:47

Өләсәйҙәр һәм олатайҙар, һеҙҙең өсөн

Өфөләге “Именлек” республика геронтология үҙәгендә өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн көндөҙгө бүлексә эшләй башлаясаҡ. Уны тантаналы асыу 19 мартҡа билдәләнгән.

Өфөләге “Именлек” республика геронтология үҙәгендә өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн көндөҙгө бүлексә эшләй башлаясаҡ. Уны тантаналы асыу 19 мартҡа билдәләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Өс аҙналыҡ социаль реабилитациялау курсына түбәндәгеләр инә:
– сәләмәтләндереү физкультураһы менән, спорт тренажерҙарында шөғөлләнеү;
– концерттар, күңел асыу саралары, әңгәмәләр, экскурсиялар ойоштороу һәм үткәреү;
– “Музыкаль ҡунаҡхана” клубы эшенә йәлеп итеү;
– “Аҡыллы фитнес”, "Арт-терапия", "Спорт өҫтәле", "Аралашыу тренингы".
Социаль хеҙмәтләндереүҙең бындай формаһы үҙенең ижади мөмкинлектәрен асырға, тормошон ҡыҙыҡлыраҡ итергә теләүселәр өсөн уңайлы буласаҡ. Яңы асылыусы көндөҙгө бүлексәгә байтаҡ өләсәй һәм олатайҙар барырға теләр, моғайын.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в