-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 14:54

“Иҡтисадыбыҙ алдынғылыҡҡа сығырға тейеш”

Башҡортостан иҡтисадына лидерҙар араһына сығырға кәрәк, тип Хөкүмәттең бурыстарын билдәләне республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостан иҡтисадына лидерҙар араһына сығырға кәрәк, тип Хөкүмәттең бурыстарын билдәләне республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
“Дөйөм алғанда, хәлдәр насар түгел. Хатта проблемалы 2020 йылда ла төп тармаҡтарҙа инвестициялар үҫешен тәьмин итеүгә өлгәштек”, – тип яҙып сыҡты үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Андрей Назаров Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһынан һуң.
“Ҡайһы бер тармаҡтарҙа хәлдәр улар тураһындағы күҙаллауҙарҙан бик айырыла. Мәҫәлән, ауыл хужалығын алайыҡ, Рәсәйҙә уның хаҡында күпме мәҙәктәр йөрөй. Шул уҡ ваҡытта аграр өлкә ярайһы уҡ тотороҡло табыш алды, бизнес, быны тойоп, уға инвестициялар һала башланы – һөт эшкәртеүгә, ит малсылығына, игенселеккә”, – тип яҙа премьер-министр.
Республика агросәнәғәт комплексының тулайым продукция күләме 2020 йылда 177 миллиард һумдан ашыу, йәғни унан алдағы йылдағынан 6 процентҡа күберәк тәшкил итте.
Башҡортостан – инвестициялар өлкәһендә ыңғай динамика күрһәтеүсе 36 төбәктең береһе. “Әммә һүлпәнләнергә ярамай. Алдағы айҙар көсөргәнешлерәк буласаҡ. Резервтарҙың һиҙелерлек өлөшөн беҙ былтыр тотондоҡ – бизнесҡа, мәшғүллеккә ярҙам итеүгә йүнәлттек. Әлбиттә, һөҙөмтәләр буласаҡ, тик яҡын арала резервтар аҙ икәнен аңларға кәрәк. Ә тиҙлекте кәметергә ярамай. Сөнки киләсәктә лидерҙар араһына сығыу өсөн нигеҙ һала алыуыбыҙ-алмауыбыҙ тап әле билдәләнә.
Беҙ республикабыҙҙы йәшәү өсөн иң уңайлы төбәккә әйләндерергә тейешбеҙ. Бының өсөн беҙгә көслө иҡтисад кәрәк. Тик инвестор менән һөҙөмтәле эшләү иҫәбенә быға өлгәшә алабыҙ. Шуға күрә Башҡортостан бизнесты алып барыу уңайлылығы йәһәтенән алдынғы булырға тейеш”, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: