+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 13:45

Экспорт күләме арта

Дөйөм алғанда, “Шишмә май һығыу заводы” һәм “Элеватор” ойошмалары Латвия һәм Литва диңгеҙ порттарына 22 мең тоннанан ашыу ҡиммәтле мал аҙығы оҙатҡан. Прибалтиканан улар Европа илдәренә реэкспортлана. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Дөйөм алғанда, “Шишмә май һығыу заводы” һәм “Элеватор” ойошмалары Латвия һәм Литва диңгеҙ порттарына 22 мең тоннанан ашыу ҡиммәтле мал аҙығы оҙатҡан. Прибалтиканан улар Европа илдәренә реэкспортлана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандың май һығыу предприятиелары йылдың ике айында экспортҡа 314 тимер юлы вагоны менән көнбағыш төпрәһе һәм гранулланған көнбағыш ҡалдығы оҙатҡан, тип хәбәр итә “Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда етештерелгән көнбағыш төпрәһе һәм гранулланған көнбағыш ҡалдығы Германияла, Бельгияла, Нидерландта һм башҡа илдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана. Улар сусҡа, эре мөгөҙлө мал, ҡош һәм балыҡтарҙы ашатыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ ҡатнаш мал аҙығына ла ҡушыла.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 2020 йылда агросәнәғәт комплексы продукцияһының экспорт күләме 165,4 миллион доллар тәшкил иткән. Үткән йылда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “БР-ҙа агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты буйынса маҡсат – 115 миллион долларға етеү ине.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: