+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 14:58

Башҡорт юниор- лигаһы КВН уйындары старт ала

Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда, 13 мартта Башҡорт юниор- лигаһы КВН командаһының VIII миҙгеленең икенсе уйыны үтә. Унда алты район һәм биш ҡаланан 13 команда ҡатнаша.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда, 13 мартта Башҡорт юниор- лигаһы КВН командаһының VIII миҙгеленең икенсе уйыны үтә. Унда алты район һәм биш ҡаланан 13 команда ҡатнаша.
Башҡортостандың Юниор-лигаһы КВН командаһы 2013 йылдан бөгөнгәсә республиканың һәм унан ситтәге төбәктәрҙең дөйөм , профессиональ белем биреү учреждениелары йәштәренең башҡорт телендәге КВН уйындарын ойоштороусы булып тора.
Уның төп маҡсаты- йәштәр араһында туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм һаҡлау. Башҡорт юниор- лигаһы майҙандарында уҡыу йылы дауамында башҡорт телендәге КВН уйындары уҙғарыла. Унда мәктәп уҡыусылары, һөнәрселек училищелары йәштәре даими ҡатнаша. Хатта күрше Силәбе өлкәһенән дә командалар бар.
Уйындарҙың һайлап алыу турҙары, ярым финалы,уның ҡышҡы һәм йәйге төрҙәре, команда етәкселәре өсөн укыуҙар, осрашыуҙар Сибай, Ишембай, Кумертау, Салауат, Мәләүез, Нефтекама, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Учалы һәм башҡа ҡала һәм райондарҙа, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында үтә.
Был юлы “Осрашыу кубогы” бер йыл тәнәфестән һуң офлайн режимында үтәсәк. Уйындар 16 сәғәттә башлана, инеү бушлай. Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы,17.
Фото Бюл-дың "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: