+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 17:29

Вирус йоҡтороусылар 30 меңгә яҡын

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала коронавирус йоҡтороусылар 30 меңгә етеп килә – 10 мартҡа ҡарата улар 29 922 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция эләктеререүселәр 132-гә артҡан.

Әле стационарҙа ятыусылар – 308, шуларҙың 20-һе ауыр хәлдә, унауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 209.
Тәүлек эсендә 129 яҡташыбыҙ, зәһәр ауырыуҙан һауығып, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башынан алып сәләмәтләнеүселәр – 24 100.
Афәтле вирус яһиллығын сәсеп ҡалырға тырыша: һуңғы тәүлектә йәнә ике ғүмерҙе өҙгән. COVID-19 ҡорбандары 305 булып китте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ пневмония хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә: үткән 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 101 ауырыуҙа асыҡланған, 113 кеше, унан сәләмәтләнеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: