+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 11:29

Сығарылыш класы уҡыусыларын ниндәй үҙгәрештәр көтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәғариф министрлығына, уҡытыусылар һәм ата- әсәләр комитетына 9-11 класс уҡыусылары өсөн шәмбе дәрестәрен ваҡытлыса кире ҡайтарыу мәсьәләһен ҡарауҙы ҡушты. Был иһә 2021 йылғы берҙәм дәүләт имтихандарына сығарылыш класы уҡыусыларын әҙерләү һорауҙарына лә бәйле.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәғариф министрлығына, уҡытыусылар һәм ата- әсәләр комитетына 9-11 класс уҡыусылары өсөн шәмбе дәрестәрен ваҡытлыса кире ҡайтарыу мәсьәләһен ҡарауҙы ҡушты. Был иһә 2021 йылғы берҙәм дәүләт имтихандарына сығарылыш класы уҡыусыларын әҙерләү һорауҙарына лә бәйле.
Республика етәксеһенең ҡарары буйынса, 2019 йылда бөтә уҡыусылар өсөн биш көнлөк уҡыу аҙнаһы булдырылғайны.
-Был уҡыу процессы өсөн еңел булмаһа ла, үҙен тулыһынса аҡлағайны. Әммә коронавирусҡа бәйле дистацион белем алыуҙарға күстек. Хәҙер уҡыусыларға артта ҡалған фәндәрҙе ҡыуып етеү бурысы тора. Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы балдарға тапшырған баланың киләсәге лә ошо һөҙөмтәләрҙән тора, тине Радий Фәрит улы..
Республиканың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә. 2019-2020 йылғы уҡыу йылында уҡыусылар 6 фән буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртҡан. Күп кенә дисциплиналар буйынса юғары балдар алыусылар күбәйгән. Имтиханда 100 бал алған уҡыусыларҙың педагогтары 50 мең һумлыҡ премияға эйә була. 2020 йылда ошондай аҡсалата ярҙамды 106 уҡытыусы алған.
Шулай уҡ мәғариф министры 2021 йылда имтихандарҙа буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында ла хәбәр итте. Быйыл 11 класс уҡыусылары өсөн имтихандарҙы алдан биреү мөмкинлеге юҡ. Берҙәм дәүләт имтихандары юғары уҡыу йортона дәғүә итәсәк уҡыусылар өсөн үткәрелә. Йомғаҡлау иншаһын юғары класс уҡыусылары 15 апрелдә яҙа, ә имтихандар тапшырыу ваҡыты 31 майҙан 2 июлгә тиклем билдәләнгән. Математика буйынса мотлаҡ ЕГЭ булмай, әммә вузға инмәһә лә, урта дөйөм белем алыу хаҡындағы аттестат алырға теләгән уҡыусылар өсөн дәүләт сығарылыш имтихандары ике фән буйынса- математика һәм рус теле буйынса үткәреләсәк.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: