Бөгөн, 10 мартта, һауа торошо насарайыу сәбәпле ҡайһы бер йүнәлештәрҙә юл ябылған. Был көслө буран, ҡар яуыуы, күреү һәләте сикләнеүе арҡаһында Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһен бәйләгән трассаларға ҡағыла.
Бөтә төр транспорттың хәрәкәтен сикләгән трассалар:
- М-5 “Урал” Мәскәү- Рязань- Пенза- Һамар-Өфө- Силәбе
- Р-239 Ҡаҙан- Ырымбур- Аҡбулаҡ- Ырымбур өлкәһенең Ҡаҙағстан республикаһы менән сиге, Шарлыҡ, Буланово, Татарская Каргала ауылдары тирәһендәге биләмәләр.
-Р-240 Өфө- Ырымбур. Яңы Мораптал, Октябрский, Иманғол ауылдарына яҡын биләмәләр.
Шулай уҡ Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалалары һәм Яңы Мораптал ауылы тирәһендәге юлдарҙа сикләүҙәр бар.