+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 10:47

Үлем осраҡтарын кәметеү – етди бурыс

Дөйөм бушлай диспансеризация үткәреү ауыр сирҙәрҙе профилактикалауҙа ҙур ярҙамсы булырға тейеш. 2021 йылда 930 меңдән ашыу кешенең һаулығын тикшереү күҙҙә тотола.

2020 йылда Башҡортостанда кешеләрҙең үлеү осраҡтарының төп сәбәптәре булып ҡан әйләнеше системаһы, тын юлдары ауырыуҙары, шеш сирҙәре һәм тышҡы сәбәптәр торған. Үлем осраҡтарының ни бары 1,5 процентына йоғошло ауырыуҙар һәм паразиттар тыуҙырған сирҙәр сәбәпсе. Республикала үлем буйынса дөйөм коэффициент 23,1 процентҡа артҡан. Хөкүмәттең сираттағы оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бына шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.
– Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителгән 2021 йылда беҙ бөтә йәштәге кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу буйынса ҙур бурыстар ҡуябыҙ, – тине Максим Забелин. – Йоғошло булмаған сирҙәрҙән үлеү, шулай уҡ сабыйҙарҙың вафат булыу осраҡтарын кәметеү буйынса комплекслы планды тормошҡа ашырыу кәмендә һигеҙ мең ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға һәм йыл аҙағына үлем осраҡтары коэффициентын 14,1 процентҡа кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Дөйөм бушлай диспансеризация үткәреү ауыр сирҙәрҙе профилактикалауҙа һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу теләген үҫтереүҙә ярҙамсы булырға тейеш. 2021 йылда 930 меңдән ашыу кешенең һаулығын тикшереү күҙҙә тотола.
Апрелдә республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт аласаҡ. Алты медицина автопоезы алыҫ райондарҙа йәшәүселәр һаулығын тикшереү өсөн юллана. Шулай уҡ ауылдарҙа 35 мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләйәсәк.
– 2020 йылда беҙ республиканың үҙәк, көньяҡ, көнсығыш өлөштәрендә муниципаль-ара офтальмология үҙәктәре астыҡ. Шулай итеп, Өфөнән йыраҡ йәшәүселәргә юғары технологиялы медицина ярҙамын яҡынайттыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Әгәр элек операция яһатыу өсөн уларҙың күбеһенә Ырымбур йәки Силәбегә барыу уңайлыраҡ булһа, хәҙер иһә күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр үҙҙәре беҙҙең республикаға дауаланырға килә.
Республика етәксеһе бот һөйәге һыныуҙарҙы дауалау буйынса үҙәктәр эшен ойошторорға ҡушты.
– Быйыл республикала бот һөйәге һынған кешеләргә операция яһау буйынса яңы үҙәк асырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Ауыр имгәнеү алған өлкән йәштәгеләрҙе операция ярҙамында дауалау уларҙың ғүмерен оҙонайтыу мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына үлем сәбәптәрен кәметеү буйынса сараларҙы комплекслы планға индереү өсөн, юлдарҙа, янғындарҙа һәм криминаль ваҡиғаларҙа һәләк булыуҙар хаҡындағы мәғлүмәтте анализларға ҡушты.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: