-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 21:06

“Хәләл” сертификаты алған телеканал

“Уфанет” компаниялар төркөмөнөң HOME 4K телеканалы Рәсәйҙә беренсе булып “Хәләл” сертификаты алған. Был сертификат телекомпания хеҙмәттәрен мосолман илдәренә экспортҡа сығарырға мөмкинлек бирә.

“Уфанет” компаниялар төркөмөнөң HOME 4K телеканалы Рәсәйҙә беренсе булып “Хәләл” сертификаты алған. Был сертификат телекомпания хеҙмәттәрен мосолман илдәренә экспортҡа сығарырға мөмкинлек бирә.
“Хәләл” сертификаты Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты эргәһендәге “Хәләл индустрияһы үҫеше үҙәге” ойошмаһы тарафынан тапшырылған. Ул HOME 4K телеканалы контентының Ҡөрьән ҡанундарына тап килеүен, ә компания хеҙмәткәрҙәренең кәрәк булған белем алыуын раҫлай.
– “Хәләл” сернтификатын алыу сит илдәр менән партнерлыҡты арттырырға, мосолман илдәре баҙары менән мөнәсәбәтте еңелләштерергә мөмкинлек бирер. Унда ТВ-трансляциялар контенты йөкмәткеһенә ҡаты талаптар ҡуйыла. Күптән түгел тапшырыуҙарҙы алып барыу телдәрен арттырҙыҡ, хәҙер улар инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай, рус һәм француз телдәрендә бара, – тип хәбәр итә “Уфанет” компаниялар төркөмөнә ингән “Ирида” ойошмаһының генераль директоры Ирина Шленкина.
“Уфанет” компаниялар төркөмө быға тиклем дә киң экспорт географияһына эйә ине. Уның телеканалдары 28 илдең кабель телевидениеһы һәм OTT-платформалары пакеттарына инә. Улар араһында Словакия, Япония, Австралия, Һиндостан, Сингапур һ.б. бар.
HOME 4K – стресҡа ҡаршы канал. Ул бөтә донъянан йәмле тәбиғәт күренештәрен күрһәтә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в