10 – 12 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында Экология форумы һәм V “Экология һәм технологиялар” махсус күргәҙмәһе үтә.
Был төбәктә экологик мәҙәниәтте үҫтереүҙә бизнес тарафынан да, йәмғиәт һәм халыҡ яғынан да берҙәй яҡлау алған берҙән-бер күп тармаҡлы күргәҙмә проекты, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Эш программаһында мөһим ваҡиға булып “Тотороҡло үҫеш һәм киләсәк экологияһы: тенденциялар һәм ваҡыт талаптары” стратегик сессияһы тора. Ул 11 мартта ВДНХ-ЭКСПО майҙанында сәғәт 12-лә үтә. Сессияны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойоштора. Сара программаһында дәүләт власы органдары, бизнес вәкилдәре, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә эксперттар ҡатнаша.
Стратегик сессия сиктәрендә Рәсәй экология йәмғиәте менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған.