+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 11:05

“Айыҡ ауыл” конкурсы финишҡа етте

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында финалға 12 ауыл сыҡты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтырғы конкурс йомғаҡтары буйынса приз фондын ун тапҡырға арттырҙы. Беренсе урын яулаған ауылдарҙың бишәр миллион һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлеге бар.

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында финалға 12 ауыл сыҡты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтырғы конкурс йомғаҡтары буйынса приз фондын ун тапҡырға арттырҙы. Беренсе урын яулаған ауылдарҙың бишәр миллион һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлеге бар.
Төп приздар өсөн көрәшәсәк ауылдар исемлеге былай билдәләнде. Эре ауылдар категорияһында
-Тәтешле районы Шулған ауылы
-Өфө районы Шамонин ҡасабаһы
- Учалы районы Илсе ауылы
Ҙур ауылдар категорияһында
- Әбйәлил районы Таштимер ауылы
- Бөрө районы Баҡтыбай ауылы
- Күгәрсен районы Исем ауылы
Уртаса ауылдар исемлегендә
- Бөрйән районы Берәтәк
- Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт
- Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы
Бәләкәй ауылдар араһында
- Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы
- Благовар районы Үрге Ҡарғалы
- Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы
Ошо ауылдар “Голос РБ» https://golos.bashkortostan.ru/polls/224/
порталында ойошторолған интернет- тауыш биреүҙәрҙә ҡатнаша. Унда ауылдарҙың видеопрезентацияһы менән танышып сығырға һәм тауыш бирергә мөмкин. Еңеүселәрҙе ай аҙағында билдәләйәсәктәр.
Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тергеҙелде. Ул йылда Ейәнсура районының Башҡорт Үргене еңеүселәр рәтенә сығып 500 һумлыҡ сертификат алды. Әле лә эште ойоштороу, конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙы һайлап алыу, еңеүселәрҙе билдәләү ҡоролтайҙың етәкселеге аҫтында үтә.
Әлеге конкурс былтыр август айында башланды. Айыҡлыҡ юлына баҫҡан ауылдарҙың хеҙмәтен ғәҙел баһалау нигеҙендә улар төрлө категорияға бүленде. Еңеүселәрҙе яҡшы приз фонды көтә. Ойоштороусылар ҡарары менән ҡатнашыусыларға өҫтәмә махсус приздар ҙа булдырылған. Башлыса тәүге урындар өсөн бирелгән аҡсаларҙы биләмәләр ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, спорт кәрәк- яраҡтары, музыка ҡоралдары алыуға тотона торғайны.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: