0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 15:42

Автокредит алыусылар артҡан

Башҡортостан 2020 йылда автокредиттар биреү буйынса илдең тәүге 5 төбәге исемлегенә инде. “Автостат” аналитик агентлығы билдәләүенсә, республикала 39,8 мең кредит бирелгән.

Башҡортостан 2020 йылда автокредиттар биреү буйынса илдең тәүге 5 төбәге исемлегенә инде. “Автостат” аналитик агентлығы билдәләүенсә, республикала 39,8 мең кредит бирелгән.
Был дөйөм рейтингта Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт- Петербург, Татарстандан ҡала бишенсе баҫҡыс.
2021 йылда урындағы автомобилдәр эшләү тармағына ярҙам итеү маҡсатында, ил ҡаҙнаһынан 16 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Уның 9 миллирад һумға яҡыны автмобилдәрҙе льготалы кредитлауға йүнәлтелә, тағы 3, 8 миллиарды юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа льготалы лизинг программаһына бүленәсәк.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров белдереүенсә, һуңғы ике йыл эсендә урындағы автомобилдәр эшләү тармағына ярҙам итеү арҡаһында льготлы шарттарҙа 42 меңдән ашыу техника һатылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: