Билдәле Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индираға 8-се март байрамына элиталы автомобиль “Мерседес” бүләк итте. Бының өсөн ул ҡуртымға ҙур зал ала, унда Әнүәр Нурғәлиев, Радик Юлъяҡшин кеүек билдәле республика йондоҙҙарын, дуҫтарын, яҡындарын саҡыра.
Рөстәм Нәбиев өсөн мөмкинлектәрҙең сиге юҡ. Уның тормошондағы фажиғәле ваҡиға егеттең артабанғы яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте. Был ҡаҙаныштарҙың барыһын да ул ихтияр көсө менән яулап алды. Әрме сафтарына барыу, унда емерелгән казарма аҫтында ҡалып бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, ике аяҡһыҙ, әммә бына итеп донъя көткән, ҡатыны Индираға, ике балаһына, уның ысын мәғәнәһендә терәк- таяныс булған ир һәм атай.
Рөстәмдең тормошон социаль селтәрҙәрҙәге яҙылыусылары әүҙем күҙәтеп бара. Ул ҡатыны менән ике бала тәрбиәләй, әүҙем тормош позицияһы алып бара, спорт менән шөғөлләнә, йәмәғәт эштәренә лә, сәйәхәткә лә ваҡыт таба.
Күптән түгел ул ике аяҡһыҙ көйөнә Эльбрусты яулап барыһын да шаҡ ҡатырғайны. Хәҙер ул ҡатынына элиталы автомобиль бүләк итеп йәнә ғәжәпләндерҙе.
Үҙенең посында ул ҡатынына мөхәббәтен белдерә, уның өсөн тауҙар аҡтарырға әҙер булыуын да йәшермәй. Бындай көтөлмәгән бүләктән хайран ҡалған бәхетле Индира күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Был тантаналы ваҡиғаны социаль селтәрҙәрҙә бихисап яҙылыусылар күҙәтте.
Фото блогерҙың сәхифәһенән алынған.