-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 15:08

Ваҡыттары бушҡа үтмәй

“Һыу туризмы”, “Велосипед туризмы”, “Спорт туризмы”, “Йәш турист”, “Кеше һәм уның сәләмәтлеге”, “Йәш геолог”, “Эколог”, “Мауыҡтырғыс биология һәм зоология”, “Йәшел мәктәп”, “Экологик калейдоскоп”, “Йәш натуралист”, “Йәш эҙәрмән”, “Хоккей”, “Бейеү спорты”, “Бейеү һәм сәләмәтлек”, “Саңғы”, “Мультимикс” мультипликация студияһы... Әлшәй районы балалары өсөн бына ни хәтлем яңы түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Һыу туризмы”, “Велосипед туризмы”, “Спорт туризмы”, “Йәш турист”, “Кеше һәм уның сәләмәтлеге”, “Йәш геолог”, “Эколог”, “Мауыҡтырғыс биология һәм зоология”, “Йәшел мәктәп”, “Экологик калейдоскоп”, “Йәш натуралист”, “Йәш эҙәрмән”, “Хоккей”, “Бейеү спорты”, “Бейеү һәм сәләмәтлек”, “Саңғы”, “Мультимикс” мультипликация студияһы... Әлшәй районы балалары өсөн бына ни хәтлем яңы түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020-2021 уҡыу йылында Әлшәй районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә 920 бюджет урыны булдырылған. Был эш “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Һыу туризмы” берләшмәһендә уҡыусылар катамарандарҙың төҙөлөшөн, унда йөрөү техникаһын өйрәнә, Башҡортостан йылғалары буйынса поход маршруттары менән таныша.
“Йәш геолог”тар һәм “Йәш эҙәрмән”дәр биология буйынса цифрлаштырылған лабораторияны өйрәнә. Был ҡоролма үҫемлектәрҙең фотосинтезын тикшерергә, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын билдәләргә мөмкинлек бирә.
“Эколог”, “Мауыҡтырғыс биология һәм зоология”, “Йәшел мәктәп”, “Экологик калейдоскоп”, “Йәш натуралист” берләшмәләрендә малайҙар һәм ҡыҙҙар Releon Point һанлы лабораторияһын өйрәнә. Ул радиоактив, электромагнит, ультрафиолет нурланышы кимәлен, тауыш, яҡтылыҡ, һауа температураһы, һыу һәм тупраҡтың бысраныу кимәлен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: