-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 13:51

“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” ярыша

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы ойошторған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары”конкурсының икенсе миҙгелендә 1700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Улар дистанцион тест үткән дә инде. Һорауҙар Рәсәй географияһына, тарихына, сәнғәтенә, төбәктәрҙең этномәҙәни үҙенсәлектәренә ҡағылған, шулай уҡ туризм индустрияһы өлкәһендә махсус һөнәри белем тикшерелгән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы ойошторған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары”конкурсының икенсе миҙгелендә 1700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Улар дистанцион тест үткән дә инде. Һорауҙар Рәсәй географияһына, тарихына, сәнғәтенә, төбәктәрҙең этномәҙәни үҙенсәлектәренә ҡағылған, шулай уҡ туризм индустрияһы өлкәһендә махсус һөнәри белем тикшерелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Артабан конкурсанттарҙың шәхси проекттары баһалана, иң яҡшылары төбәк ярымфиналына сыға.
Проектта иң күп ҡатнашыусылар – Пермь крайынан (177 кеше). Мәскәү, Краснодар, Мәскәү өлкәһендә лә бик әүҙемдәр. Башҡортостан был исемлектә бишенсе тора, конкурста 75 кеше ҡатнаша.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсы “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Конкурстың партнерҙары – Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы дөйөм милли союзы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: