+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 21:54

Коронавирус ҡорбандары 300-ҙән артты

Байрам көндәрендә – 6, 7 һәм 8 мартта Башҡортостанда коронавирустан 11 кеше вафат булған. Аҙаҡҡы тәүлектә шәфҡәтһеҙ сир тағы ла ике ғүмерҙе өҙҙө. Республикала коронавирус ҡорбандары 303-кә етте.

Байрам көндәрендә – 6, 7 һәм 8 мартта Башҡортостанда коронавирустан 11 кеше вафат булған. Аҙаҡҡы тәүлектә шәфҡәтһеҙ сир тағы ла ике ғүмерҙе өҙҙө. Республикала коронавирус ҡорбандары 303-кә етте.
Тәүлек эсендә COVID-19 йәнә 133 ауырыуҙа раҫланған. Шулай итеп, мәкерле инфекцияны йоҡтороусылар хәҙер 29 790 иҫәпләнә.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа ятыусы 270 сырхау вирусты еңеү өсөн бар көсөн һала, 20-һе – реанимацияла. 5 246 яҡташыбыҙ өйөндә дауалана.
Кисәле-бөгөнлө 47 кеше, ауырыуҙан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 23 971, йәғни 81 процент.
Аҙаҡҡы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 89 сирлегә ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 55.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: