+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 22:14

Дауаханалар элеккесә эшләүгә ҡайта

Йоғошло ауырыуҙарҙан дауаланыусылар өсөн булдырылған койкалар кәметелә бара, әлеге мәлдә улар 2 068 ҡалған.

Йоғошло ауырыуҙарҙан дауаланыусылар өсөн булдырылған койкалар кәметелә бара, әлеге мәлдә улар 2 068 ҡалған. Шуларҙың 13 проценты буш. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Ҡыуатов исемендәге республика клиникаһындағы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһындағы ковид-госпиталдәр ябылды, улар үҙ йүнәлеше буйынса эшләүгә ҡайтты. Шулай уҡ Салауат һәм Октябрьский ҡалаларындағы йоғошло сирҙәр үҙәктәре лә үҙ эшен туҡтатты.
Коронавирус һәм башҡа йоғошло сирҙәр менән ауырыусыларҙы Өфөнөң Дим биҫтәһе дауаханаһындағы һәм 18-се дауаханалағы госпиталдәр, шулай уҡ 4-се инфекция дауаханаһы, Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы ковид-үҙәктәр ҡабул итә.
Баш ҡалабыҙҙың 8-се дауаханаһы ла, ковид-госпиталь булыуҙан туҡтап, 10 марттан ҡәҙимгесә эшләй башлаясаҡ. Унан алда 13-сө дауахананың элекке эш форматына ҡайтыуы хәбәр ителгәйне.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: