+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 12:38

Был ғаиләләргә ҡағыҙ мәшәҡәте кәмеһен, тип

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында депутаттар республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡағылышлы закон ҡабул итергә йыйына. Ул бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүсе һәм бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы ғаиләләргә ҡағыла.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында депутаттар республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡағылышлы закон ҡабул итергә йыйына. Ғинуар айында улар был документты тәүге уҡыуҙа хуплағайны. Закон проекты бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүсе һәм бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы ғаиләләргә ҡағыла.
Әле ер алыу өсөн иҫәпкә ҡуйылған саҡта баланың инвалидлығы хаҡындағы документтарҙы ата-әсә үҙе килтерергә тейеш.
“Беҙ ундай ғаиләләрҙе артыҡ ҡағыҙ мәшәҡәтенән арындырырға тәҡдим итәбеҙ. Властың башҡарма органы йәки урындағы үҙидаралыҡ органы кәрәкле мәғлүмәтте ведомство-ара хеҙмәттәшлек каналдары аша үҙе һорап аласаҡ”, – ти республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев. Ул инвалидлыҡ тураһындағы документтарҙы шәхсән тапшырыу талабы 2010 йылдың 27 июлендәге 210-сы федераль законында яҙылыуын, ләкин былтыр был талап үҙ көсөн юғалтыуын билдәләй.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: